5 декабрь, Дүшәмбе

14 июль 2011 йыл, 13:39

Тәтешле районында «Усточикар» балалар удмурт лагеры үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

1-10 августа Тәтешле районының Вязовка ауылында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагеры үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Ксения Ғилфанова.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың бер нисә район хакимиәттәре ярҙамында Комаров исемендәге балалар сәләмәтләндереү лагеры нигеҙендә лагерь 2003 йылдан алып туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.

Лагерға 100 бала киләсәк: 75 – Башҡортостандан (Ҡалтасы, Яңауыл, Борай, Балтас, Кушнаренко, Тәтешле һәм Йәрмәкәй райондары), 15 – Пермь крайынан, 10 – Удмуртиянан.

Белгестәр лагерь тәрбиәләнеүселәрен эстрада оҫталығы, милли фольклор, туҡыусылыҡ, удмурт әҙәбиәте, информацион технологиялар, журналистика,  ҡайын туҙы һәм һалам менән эш итеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрәсәк. Балалар мөмкинлек булған тиклем үҙҙәре менән портатив компьютерҙар (ноутбуктар, нетбуктар, планшеттар) алып килеп, презентациялар әҙерләйәсәк. Әҙәби йәһәттән һәләтлеләр удмурт телендә шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәрен яҙырға өйрәнәсәк. Иң яҡшы әҫәрҙәр удмурт телендәге урындағы «Ошмес» гәзитендә баҫтырыласаҡ.