9 декабрь, Йома

14 июль 2011 йыл, 13:36

Великие Луки ҡалаһында Александр Матросовтың яҡташтарын ихтирам итәләр

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында Башҡортостан халҡына – Александр Матросовтың яҡташтарына хөрмәт менән ҡарайҙар, тине БР Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев.

— Бындай яҡшы мөнәсәбәт беҙгә ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәндә ныҡ ярҙам итте, — тине ул. – Урындағы халыҡҡа эҙләү эштәре менән шөғөлләнеү өсөн тап Александр Матросов һуғышҡан ергә килеүебеҙ оҡшаны.

Илдар Бикбаев, был ҡалала урындағы музейға Александр Матросов исеме бирелгән һәм уға һәйкәл ҡуйылған, тип хәбәр итте. Советтар союзы Геройы үҙе лә ошо ҡалала ерләнгән.