Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан эҙәрмәндәре майор Василий Смолкиндың туғандарын эҙләй

Йәмғиәт

Кисә «Башинформ» агентлығында республика эҙәрмәндәр отрядтарының Тверь һәм Псков өлкәләренә ойошторолған экспедицияларына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда БР Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев йәмәғәтселеккә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яландарында һәләк булған совет яугирҙарҙың яҡындарын эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

— 22 июндә егеттәребеҙ 20-нән ашыу ҡыҙыл армеецты – Башҡортостан яугирҙарын ерләүҙә ҡатнашты, — тип хәбәр итте Илдар Бикбаев. – Әммә был яугирҙарҙың туғандары әле булһа табылманы.

Табылған һәм шәхесе асыҡланғандар араһында 1913 йылда тыуған майор Василий Фокеевич Смолкин да бар. Офицер 1942 йылдың 26 ноябрендә һәләк булған. Документтарҙан билдәле булыуынса, майорҙың ғаиләһе Балаҡатай районында йәшәгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть