11 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2011 йыл, 12:21

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Любовь Колоколова

«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусин Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районындағы «Рәсәй терәге» бүлексәһе рәйесе Илдар Рәжәпов менән бергә граждандарҙы ҡабул итте.

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, консультация алырға шәхси эшҡыуарҙар ғына түгел, үҙенең эшен асырға уйлаусылар ҙа килде. Дәүләт һәм муниципаль заказына бер тигеҙ рөхсәт алыуға булышлыҡ итеү, Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡалалары эшҡыуарҙары менән бәйләнеш булдырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар әле булған административ барьерҙарға бәйле ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.

Бөтә һорауҙар буйынса аңлатмалар һәм практик рекомендациялар бирелде.

— Бындай ҡабул итеүҙәр бәләкәй һәм урта бизнестың системалы хәл итеүҙе талап иткән проблемалы урындарын билдәләргә ярҙам итә, — тине Денис Мусин. – Шуның өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ беҙҙең төбәк бүлексәһе янында комитеттар, эш төркөмдәрен булдырып, контролдә тотоу системаһын ойоштороу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе эшҡыуарҙар берләшеп кенә хәл итә ала.