5 декабрь, Дүшәмбе

14 июль 2011 йыл, 11:53

Бөрйәндә ҡымыҙ конкурсы үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йома, 15 июлдә, Бөрйән районында 2011 йылдың беренсе ярты йыллығындағы малсылыҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Аграрийҙар продукция биреүсе йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ. Белгестәр республика ҡымыҙ конкурсында милли эсемлек тәмен дә баһалаясаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Семинар эшендә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, район ауыл хужалығы идаралыҡтарының баш зоотехниктары,  ҡымыҙ етештереүҙе ойошторорға ниәтләүсе хужалыҡ һәм ведомствоға ҡараған предприятиелар етәкселәре ҡатнашасаҡ. Улар ағымдағы йылдың тәүге алты айындағы малсылыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала продукция биреүсе һәм тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Малсылар мал иҫәбен һаҡлау буйынса бурыстарҙы, дөйөм алғанда Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү перспективаларын билдәләйәсәк.

Семинарҙың практик өлөшөндә «Иҙел» ауыл хужалығы етештереү кооперативына, шәхси эшҡыуар Ш.Ф. Ҡолһариндың ҡымыҙ фермаһына, «Шүлгәнташ» музей-экскурсия комплексына барыу планлаштырылған.