Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Салауат ҡалаһында берҙәм рәсәйлеләрҙең партия проекты сиктәрендә балалар баҡсаһына ремонт яһалды

Сәйәсәт

Салауат ҡалаһында берҙәм рәсәйлеләрҙең «Балалар баҡсаһы — балаларға» партия проекты сиктәрендә ремонтланған 9-сы балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте.

Үҫеш кәмселеге булған балалар тәрбиәләнгән балалар баҡсаһы бинаһына ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа эшләнмәгән. Әле ул ремонт «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе инициативаһы буйынса яһалды. 60 көн эсендә бинаның фасады, эске бүлмәләре, түбәһе ремонтланған, аҙыҡ-түлек блогы йыһаздары, баҫҡыстарҙың инженерлыҡ ҡорамалдары яңыртылған, йорт йыһаздары һатып алынған, янғын сигнализацияһы монтажланған, эргәләге территорияһы төҙөкләндерелгән.

Балалар баҡсаһын асыу тантанаһында берҙәм рәсәйлеләр яңыртылған бинаның символик асҡысын уның мөдире Елена Рузавинаға тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть