7 декабрь, Шаршамбы

14 июль 2011 йыл, 10:55

Республикала сенаж һалыу буйынса план 50 процентҡа үтәлгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 447 мең гектарҙа үлән сабылған. Был планға ҡарата 40%. Аграрийҙар 280 мең тонна бесән һәм 1 млн 67 мең тонна сенаж әҙерләгән. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Йәрмәкәй, Ейәнсура һәм Тәтешле райондары сенаж һалыу буйынса пландарын үтәгән. Туймазы районының мал аҙығы әҙерләүселәре етерлек кимәлдә бесән преслаған.  

Бер шартлы мал башына 8,6-шар центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Благовещендар (12,7-шәр центнер), борайҙар (13,5), ҡалтасылар һәм краснокамалар (12,2), саҡмағоштар (12,7) һәм яңауылдар (13,2) алдынғы урында.