Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандағы бөтә төр транспорт хәүефһеҙлеккә тикшереләсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы транспорттың техник торошон пландан тыш тикшереү буйынса эштәр дауам итә. Тикшереүселәр пассажирҙар ташыусы транспорттың бөтә төрөн, шул иҫәптән муниципаль транспортты ла күҙ уңынан ысҡындырмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 11 июлдә «Болғар» теплоходының фажиғәһенән һуң БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡушыуы буйынса һыу транспортының техник торошон тикшереү эштәре башланды.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 12 июлендәге 882-р һанлы бойороғо менән, транспорттың техник торошо, ҡотҡарыу средстволарының булыу-булмауы, шулай уҡ етерлек кимәлдә булыуы һәм төҙөклөгө, норматив документтар һәм ғәҙәттән тыш хәл осрағында хәүефһеҙлекте ойоштороу тикшерелергә тейеш, тип билдәләнгән.

Документ менән вице-премьер Сергей Афонин етәкселегендәге пассажирҙар ташыу хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия составы раҫланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть