6 декабрь, Шишәмбе

14 июль 2011 йыл, 10:13

«Башинформ» журналисы - «Сәсеү – 2011» конкурсы еңеүсеһе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

13 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев «Сәсеү – 2011» беренсе республика киң мәғлүмәт саралары конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарына наградалар тапшырҙы.

Баҫма (электрон) киң мәғлүмәт саралары журналистары араһында «Сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында үткәрәйек!» номинацияһында беренсе урынды беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ — «Башинформ»  мәғлүмәт агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Ғәлиә Нәбиева яуланы.

Беренсе республика агроконкурсына 36 заявка бирелде һәм 400-ҙән ашыу материал тапшырылды. Конкурста 27 баҫманан, шулай уҡ Башҡортостан ҡала һәм райондарының 9 теле- һәм радиокомпанияларынан журналистар ҡатнашты.

Белешмә өсөн. «Сәсеү – 2011» конкурсы БР Журналистар союзы менән берлектә Ауыл хужалығы министрлығы менән ойошторолдо. Агросәнәғәт комплексына бәйле һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү конкурстың төп маҡсаты булып тора.

Конкурста – һигеҙ номинация. Уларҙың һәр береһендә еңеүселәрҙе республиканың Хөкүмәт Аппараты, Ауыл хужалығы министрлығы, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Журналистар союзы вәкилдәренән торған эксперт советы билдәләй.