10 декабрь, Шәмбе

14 июль 2011 йыл, 9:05

Рөстәм Хәмитов: «Көслө предприятиелар – көслө Республика»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 13 июлдә республиканың эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм эре эшҡыуарҙары менән осрашты. Республика башлығы төбәктең беренсе ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади күрһәткестәре тураһында һөйләне.

Ул сәнәғәт етештереү күләмдәре буйынса Башҡортостандың тотороҡло урында килеүен билдәләне. Тәүге ярты йыллыҡта ул 110 процент тәшкил иткән. Был уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Президент әйтеүенсә, май-июндә республика сәнәғәте һөҙөмтәле эшләгән.

— Дөйөм алғанда, был беҙҙең сәнәғәт комплексының тотороҡло һәм ышаныслы эшләүе тураһында һөйләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Һалым йыйыу буйынса республика Рәсәй субъекттары исемлегендә уртала килә. Республика ҡаҙнаһына керемдәр йыллыҡ пландың 60 процентын тиерлек тәшкил иткән.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, үҫеш күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиелары менән һатылған тауарҙар күләме күрһәткестәре лә насарҙан түгел. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы ла һиҙелә.

Президент төбәктәге эре предприятиеларҙың барыһында ла тиерлек булған һәм урындағы хәлдәрҙе бик яҡшы белә. Ул конструктив һөйләшеү дауамында инвестициялар йәлеп итеү юлдары хаҡында уйларға тәҡдим итте.

Предприятие етәкселәре республика башлығы менән яңы пландары, производствоны үҫтереү идеялары менән уртаҡлашты.

— Беҙ Башҡортостанда эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ,— тине осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов. — Инвесторҙар йәлеп итеү өсөн бер нисә закон ҡабул ителде.

Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, производствола инновациялар индереп, предприятиелар үҙҙәре инвесторҙар ролендә сығыш яһай ала.

– Көслө предприятиелар – ул көслө иҡтисад – көслө республика, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

темалар: БР Президенты