3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2011 йыл, 17:49

Бүздәк районында ғәрәп журналистарына исем ҡушыу йолаһын күрһәттеләр

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бүздәк районының Килем ауылында билдәле ғәрәп актеры һәм телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы Ашраф Сархан (Мысыр) һәм Russia Today телекомпанияһының ғәрәп төркөмө өсөн мосолмандарҙың исем ҡушыу йолаһын күрһәттеләр.

«Башинформ» агентлығына «Килем» Татар тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Гүзәл Латипова хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ – сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Шунан һуң ғәрәп журналистарын урындағы мәсеткә оҙаттылар, унда мәсет имам-хатибы Мәхмүт Үлмәҫҡолов аҙан ҡысҡырып, сабыйға исем ҡушты.

— Ашраф Сархан бик тәьҫирләнеп, мәсеттә үткәрелгән йоланан һуң сабыйға Мәккәнән алып ҡайтҡан тиҫбе бүләк итте, — тинә Гүзәл Латипова.

Артабан ҡунаҡтар Келем ауылының мәктәбенә юлланды, унда улар «Шүрәле» әкиәтенең постановкаһын, «Кис ултырыу» йолаһын ҡараны.