9 декабрь, Йома

13 июль 2011 йыл, 17:03

Ырымбурҙа ислам конференцияһы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

5 октябрҙә Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә 120 йыл тулыу айҡанлы «Ислам мәғарифы. Тарихы, хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары» халыҡ-ара фәнни-дини конференцияһы үтәсәк. Ойоштороусылары – Ислам мәҙәниәте, фәне һәм мәғарифына ярҙам фонды ҡатнашлығында Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт, йәмәғәтселек һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Рәсәй Фәндәр академияһы Этнология һәм антропология институтының һәм Ырымбур дәүләт аграр университеты Идара итеү институтының институт-ара этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге.

Фәнни форум барышында «Ислам һәм фән», «Ислам мәғарифының әһәмиәте», «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенең тарихи үҫеш осорҙары» кеүек, шулай уҡ башҡа күп мәсьәләләр күтәреләсәк.

Конференция һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләр йыйынтығы сығарыласаҡ.

Конференцияла ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм мәҡәләләр 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе alfit35@mail.ru электрон адресына ебәреү мотлаҡ.

Конференция координаторы: Шәрипов Әлфит Әсхәт улы (телефондар: 8-922-8868877, 8-903-3677530).

Өҫтәмә мәғлүмәтте (3532) 56-09-49, 8-922-8868877, 8-902-3655918 телефондары аша алырға була.

темалар: дин, фән, тарих