Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Иршат Фәхретдинов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү юлдарын табырға ярҙам итте. Ҡабул итеүгә яҙылған 22 кешенең унауһы – Чечня һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Улар мөрәжәғәт иткән мәсьәләләр башлыса торлаҡ һәм ер участкалары биреүгә ҡайтып ҡала.

— Торлаҡ мәсьәләһенең бөгөн халыҡ өсөн көнүҙәк булыуын аңлайбыҙ,— тип билдәләне Иршат Фәхретдинов. — Яҡын арала беҙ хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға социаль ярҙам сараларын көсәйтәсәк федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Атап әйткәндә, бында федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында һүҙ бара. Закондарға төҙәтмәләр индереү күптән кәрәк ине. Икенсе мәсьәлә — мөмкинлеге һәм законлы нигеҙе булып та, урындағы властарҙың документта яҙылған нормаларҙы үтәүҙе кәрәк тип тапмауы. Мәҫәлән, әгәр йорто авария хәлендә икән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны закон буйынса үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға хоҡуҡлы. Урындағы чиновниктар йорттоң авария хәлендә булыуын белһә лә, раҫларға ашыҡмай. Мин быны миһырбанһыҙлыҡ тип ҡабул итәм. Һәм был фактор, системалыға әйләнеп, беҙгә эшләргә ҡамасаулай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть