Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Килем ауылында татар халҡының йола байрамы үтәсәк

Сәйәсәт

15 июлдә Бүздәк районының Килем ауылында «Онота алмайым, онотмайым, ауылым урамдарын» тип аталған татар йола байрамы үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Гүзәл Латипова.

Байрам дауамында асыҡ һауалағы майҙанда ауылдың иң төҙөк ихатаһы, иң яҡшы баҡса, иң матур йорт билдәләнәсәк, ауылдың иң оло кешеләре, быйыл алтын һәм көмөш туйын билдәләүсе парҙар, юбилярҙар бүләкләнәсәк. Балалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ: үҫеп килеүсе быуындың иң әүҙемдәре бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары алдында Килем ауыл советы хакимиәте башлығы Гөлназ Шәйәхмәтова, урындағы мәсеттең имам-хатибы Мәхмүт Үлмәҫҡолов, Килем аҡһаҡалдары һәм ауылдың почетлы граждандары сығыш яһаясаҡ.

Байрам урындағы фольклор коллективтарының концерты менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть