Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йыл башынан 59 урман янғыны булған

Йәмғиәт

Башҡортостан урмандарында янғындарға бәйле хәлдәр тотороҡло. Был хаҡта бөгөн матбуғат конференцияһында республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин хәбәр итте. Йыл башынан төбәк территорияһында 59 урман янғыны теркәлгән.

— Быйыл былтырғы кеүек ҡоролоҡ юҡ, — тине министр. – Ул ваҡытта аномаль эҫелек бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Әммә, ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ бар эште лә яйға һала алдыҡ. Һөҙөмтәлә берәү ҙә зыян күрмәне, һәм беҙ янғындың ауылдарға үтеп инеүенә юл ҡуйманыҡ.

Рәжәп Нәбиуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, яҙғы, йәйге һәм көҙгө иң хәүефле өс осор бар. Шул уҡ ваҡытта, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт әҙер, тип белдерҙе ул. Көн һайын үҙҙәренең маршруттарында 800 самаһы кеше патрулгә сыға. Һауанан контроль көн аша башҡарыла.

БР Урман хужалығы министрлығының төп бурысы – урман янғындарын иҫкәртеү.

— Беҙ даими рәүештә халыҡ менән аралашып торабыҙ. Урман янғындарының ни тиклем хәүефле булыуын кешеләр аңлай башланы, шуныһы ҡыуаныслы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть