Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 13 районы халҡы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса консультация үткән

Иҡтисад

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре документтар ҡабул итеү һәм бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү өсөн төбәктең төпкөлдәге ауылдарына йөрөүен дауам итә. Был Идаралыҡтың 2011 йылға халыҡтың дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуын еңелләштереү һәм уның сифатын күтәреү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре Ауырғазы, Бөрө, Дәүләкән, Ейәнсура, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Яңауыл райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр үткәргән.  Был турала Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ҡабул итеүҙәр барышында хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә 206 документтар пакеты ҡабул ителгән һәм 123 кешегә консультация бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть