11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2011 йыл, 13:07

Башҡортостан абитуриенттары РФ Мәғариф һәм фән министрлығының «ҡыҙыу линия»һына шылтырата ала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан абитуриенттары РФ Мәғариф һәм фән министрлығының «ҡыҙыу линия»һына шылтыратып, һөнәри белем биреү учреждениеларына ҡабул итеүгә бәйле һорауҙарын бирә ала.  

Ведомство сайты хәбәр итеүенсә, шылтыратыуҙар 15 авгусҡа ҡәҙәр, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, көн һайын 8-ҙән 15 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. «Ҡыҙыу линия» телефондары: +7 (499) 237-46-51, +7 (499) 237-88-83. Һорауҙарҙы priem@mon.gov.ru электрон почтаһына ла еберергә мөмкин.