3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2011 йыл, 12:48

Башҡортостанға биш ай эсендә 10 меңдән ашыу кеше күсеп килгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

10 600 кеше үҙенең элекке йәшәү урынын Башҡортостанға алмаштырған. Шул уҡ ваҡытта 12 300 кеше республиканан күсеп киткән.  Башҡортостандың 26 меңдән ашыу кешеһе республиканың бер ауылынан икенсеһенә күскән. Был Башҡортостанстаттың республика халҡы миграцияһы тураһында һуңғы биш айға мәғлүмәте.

Даими йәшәү урынын алмаштырыуға бәйле миграция ағымы күләме (күсеп килгәндәр һәм киткәндәр) 2011 йылдың ғинуар-май айҙарына 75,7 мең осраҡ тәшкил итә.

Миграцион үҫеш Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, республиканың 19 муниципаль районында билдәләнгән.