3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2011 йыл, 12:15

Өфө районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы Авдон ауылы халҡының ялыуҙары арҡаһында ҡалдыҡтар күләмен кәметте

автор: Ольга Мортазина

Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыуға 25 миллион һум сарыф итте. Реконструкция Авдон халҡы санитар шарттарға (http://www.bashinform.ru/news/315033/) прокуратураға ялыу биргәс үткәрелде. Прокуратура тикшереүе ҡошсолоҡ фабрикаһының йыл һайын 62 мең тоннаға яҡын ҡош тиҙәген яҡын-тирәләге баҫыуҙарға сығарып түгеүен асыҡланы. Утилләштереү технологияларының күптән яңыртылғаны булмаған, иҫкергән ҡорамалдар файҙаланылған.

— Прокуратура тикшерә башлағас, етәкселәр хәлдәрҙе яҡшыртыу буйынса саралар күрә башланы, — тип хәбәр итте БР прокуроры ярҙамсыһы Любовь Трофимова. — Корпустарҙың береһендә реконструкция үткәреү арҡаһында ҡалдыҡтар өлөшө өс тапҡырға ҡыҫҡартылды. Яңы технологияны үҙләштереүгә предприятие 24 миллион һум тотондо. Икенсе ярты йыллыҡта себештәр үҫтереү цехындағы ҡорамалдарҙы алмаштырыу планлаштырыла, был да ҡалдыҡтар күләмен кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Был маҡсатҡа предприятие тағы бер миллион ике йөҙ мең һум аҡса бүлә.