11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2011 йыл, 12:10

Башҡортостанда ГЛОНАСС технологияларын ҡулланылышҡа индереү һәм үҫтереү буйынса программа ҡарала башланы

автор: Сергей Захаров

12 июлдә Өфөлә «Навигация-мәғлүмәт системалары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең навигация эшмәкәрлеге өлкәһендәге Башҡортостан Хөкүмәте менән федераль селтәр операторы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышы үтте.

Ултырышты БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов үткәрҙе. Килешеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнде һәм уны тормошҡа ашырыу планы раҫланды.

«НИС» төбәктәр үҫеше департаменты директоры Сергей Мирошкин эш төркөмө ағзаларына федераль кимәлдә раҫланған типовой төбәк программаһын тәҡдим итте. Уның нигеҙендә шундай уҡ республика программаһы әҙерләнәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «документ төбәк һәм ведомство үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем күҙ уңында тотасаҡ». Бының өсөн 1 авгусҡа тиклем министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм ойошмаларҙың тармаҡ талаптары аудиты үткәреләсәк.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ГЛОНАСС системаһын ҡулланылышҡа индереү буйынса эшләнмәләр бар.

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше талаптарына ярашлы ГЛОНАСС технологияларын ҡулланылышҡа индереү һәм үҫтереү программаһының һуңғы проекты Хөкүмәткә август аҙағына тапшырыласаҡ.