Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Азамат Илембәтов Салауат ҡалаһының сәнәғәт предприятиеларында булды

Иҡтисад

12 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш визиты менән Салауат ҡалаһында булды.

Уның сәфәре «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығына барыуҙан башланды. Премьер-министр нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы производствоһы эштәре, компанияның өҫтөнлөклө инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Атап әйткәндә, ул висбрекинг ҡоролмаһы комплексын, нефтте тәүге эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән ЭЛОУ-АВТ-6 ҡоролмаһы һәм карбамид грануллау ҡоролмаһы төҙөлөш майҙансыҡтарын ҡараны.

— Предприятие үҫешә, һәм «Газпром»дың республика иҡтисадында әһәмиәтле роль уйнаған «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен инвестициялауҙы дауам итеүе беҙҙең өсөн мөһим, — тине Азамат Илембәтов.

Ул шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген булдырыу перспективалары хаҡында хәбәр итте.

— Этап буйынса, эшкәртеү ҡеүәттәрен сафҡа индереүҙе, этилен етештереүҙең һәм артабанғы производство сылбырының артыуын иҫәпкә алып, беҙ был проектты тормошҡа ашырыуға яҡынлашабыҙ, — тине Премьер-министр.

«Гидромаш» предприятиеһында Азамат Илембәтов «Ростехнологии» дәүләт корпорацияһының Башҡортостандағы вәкиле Сергей Чечкин ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Етештереү эшмәкәрлеге һәм дәүләт заказдарының торошо мәсьәләләре ҡаралды.

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Премьер-министр флоат-быяла етештереү буйынса цехта, шулай уҡ автомобиль быялаһы етештереү линияһында булды. Хәҙер был предприятиела производствоны модернизациялау буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

автор: «Башинформ»
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть