8 декабрь, Кесе йома

13 июль 2011 йыл, 9:56

Рөстәм Хәмитов Президент Хакимиәтендә һәм Башҡортостан Хөкүмәтендә кадрҙарҙы алмаштырҙы

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Президент Хакимиәтендә һәм БР Хөкүмәтендә кадрҙар тәғәйенләү тураһында бер нисә указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһына бығаса республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР иҡтисади үҫеш министры вазифаһын биләгән Владимир Балабанов тәғәйенләнде.

Владимир Балабанов 1968 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү коммерция университетын тамамлаған, Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Төрлө нефть сығарыу һәм ремонт предприятиеларында эшләй; «Уралсиб» банкында етәкселек вазифаларын биләй; «Русь-банк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, идара рәйесе, «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты советнигы була. 2010 йылда Хөкүмәткә эшкә күсә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһын биләгән Әнәс Мәхмүтов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

1955 йылда Өфөлә тыуған. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, белеме буйынса математик. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында стажер-тикшеренеүсе, кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлай. Оҙайлы ваҡыт дауамында хәрби хеҙмәттә була. Өфө хакимиәтендә хакимиәт башлығы ярҙамсыһы, төп белгес булып эшләй. 2010 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, артабан Хакимиәт етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Йәнә бер указ менән Евгений Маврин Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләнде.

Ул 1964 йылда Өфөлә тыуған. математик, Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү статистика, иҡтисад һәм информатика институтын тамамлаған. Башҡорт дәүләт университетының комсомол комитеты секретары булып эшләй, бер үк ваҡытта аспирантурала уҡый. Башҡортостандың Студенттар союзы рәйесе була. Бынан һуң төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән «Уралсиб» банкыһының башҡарма директоры булып эшләй. 2010 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.