5 декабрь, Дүшәмбе

12 июль 2011 йыл, 18:04

Инновацион инфраструктура үҫеш программалары федераль конкурсында еңеүселәр бюджеттан ярҙам аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы бәләкәй инновацион эшҡыуарлыҡҡа, юғары һөнәри белем биреү учреждениеларына ярҙам күрһәтеүҙе иҫәпкә алып, инновацион инфраструктура үҫеш программалары асыҡ конкурсының икенсе сиратын иғлан итте.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, белем биреү учреждениеларының инновацион инфраструктураһы үҫешенә — конкурста еңеүселәргә ярҙам смета буйынса бюджеттан бүленгән аҡсалата йәки 1 йылдан 2 йылға тиклем субсидия биреп күрһәтелә.

Заявкалар 29 июлгә тиклем тапшырылырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе адрес буйынса: http://mon.gov.ru/work/konk/8648/