6 декабрь, Шишәмбе

12 июль 2011 йыл, 17:26

Башҡортостан вәкилдәре «Иннопром» күргәҙмәһенә әҙерләнә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан «Иннопром-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә. Сәнәғәт һәм инновациялар форумы РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Игорь Сечин рәйеслегендә Екатеринбургта 14-17 июлдә үтәсәк.

Республика вәкилдәре араһында БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры вазифаһын башҡарыусы Игорь Карепанов та бар. «Башинформ» агентлығына министрлыҡтың инновацион сәйәсәт бүлеге әйҙәүсе советнигы Әлфиә Хәйбуллинаның хәбәр итеүенсә, ул Свердловск өлкәһенең Хөкүмәт Йортонда күргәҙмә асылған көндө үтәсәк Рәсәй сәнәғәт төбәктәренең төбәк-ара министрҙар советында, шулай уҡ «Сәнәғәтте модернизациялау: бурыстар, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тип аталған конференция эшендә ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандан форумда ҡатнашыусылар исемлегендә шулай уҡ БР Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Айҙар Гәрәев,  Рәсәйҙең инновацион һәм бәләкәй предприятиелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының төбәк бүлексәһе рәйесе Лариса Алексеева һәм башҡалар күрһәтелгән.

«Иннопром» власть органдары һәм эшлекле даирәләр вәкилдәрен, сәнәғәтселәрҙе, бөтә Рәсәйҙең һәм 20-нән ашыу дәүләттең – Германияның, Данияның, Австрия, Польша, Болгария, Ирактың, Ҡаҙағстандың ғалимдарын бер майҙанд туплаясаҡ.

Экспоненттар үҙҙәренең сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, энергетика, медицина, ауыл хужалығы, элемтә, мәғлүмәт технологиялары, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙәге инновацион эшләнмәләрен күрһәтәсәк, ошо рәүешле тәжрибә уртаҡлашырға һәм һатып алыусылар, инвесторҙар табыуға мөмкинлек аласаҡ.

Күргәҙмәнең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙең инновация баҙарында һорау һәм тәҡдимдәрҙе арттырыу — быйылғы форумдың лейтмотивы. Ҡатнашыусыларға инновациялар үҫешендәге төп кәртәләрҙе асыҡларға һәм уларҙы үтеү буйынса төп стратегияны билдәләргә тура киләсәк.