8 декабрь, Кесе йома

12 июль 2011 йыл, 15:59

Башҡорт дәүләт университеты РФ Хөкүмәте гранттарын алыуға конкурста ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы өсөн РФ Хөкүмәтенең гранттарын алыуға асыҡ конкурсҡа Рәсәй вуздарының алдынғы ғалимдарынан һәм 176 юғары һөнәри белем биреү учреждениеларынан 517 заявка килде.

Һуңғылары араһында Башҡорт дәүләт университетының да ике заявкаһы бар. Был хаҡта вуздың матбуғат үҙәгендә хәбәр иттеләр.

БашДУ «Фәндәр өлкәһе: биология» бүлегендәге грант өсөн көрәшәсәк. Ғилми тикшеренеү йүнәлештәренең береһе молекуляр генетиканы, системалы биологияны, трансляцион медицинаны, биотехнологияны үҙ эсенә ала. Йәнә бер перспективалы йүнәлеш – нейрофизиология.