4 декабрь, Йәкшәмбе

12 июль 2011 йыл, 15:02

Урман ауылында тергеҙеү эштәре ҡыҙыу бара

автор: Людмила Терновая

Иглин районының Урман ауылында тергеҙеү эштәре ҡыҙыу бара. «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Әнәс Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, ауылдағы биш ҡатлы йорттар бөгөнгө көнгә тулыһынса тергеҙелгән. Йорт алдарында балалар өсөн яңы уйын майҙансыҡтары төҙөлгән.

Дөйөм белем биреү мәктәбе 50 процентҡа тергеҙелгән – бина ҡыйыҡ аҫтында, тәҙрәләре эшләнгән, бүлмәләр яңыртыу кимәлендә. Мәктәп бинаһына өҫтәлмә рәүештә хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн төкәтмә һалынған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 майҙа Урман ауылында хәрби часть келәттәрендә боеприпастар шартлай. Йәмғеһе 2 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 260 бала эвакуациялана. Янғын арҡаһында 40 ҡаралты, шул иҫәптән 14 торлаҡ йорт юҡҡа сыға.