Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә етем балаларҙы яҡлау мәсьәләләренә бағышланған сайт эшләй башланы

Сәйәсәт

Өфөлә етем балаларҙы яҡлау мәсьәләләренә бағышланған сайт эшләй башланы. Был хаҡта Өфө ҡалаһы ҡала округының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. www.opekaufa.ru сайты «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы менән мәғлүмәт киңлеген ҙурайтыу һәм мәғлүмәт асыҡлығы маҡсатында эшләнгән.

Сайтта ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы һәм етемдәрҙе урынлаштырыу формалары, Өфө ҡалаһының етем балалар өсөн учреждениелары тураһында мәғлүмәт, ғаиләне яҡлау буйынса норматив хоҡуҡ акттары һәм бала хоҡуҡтары исемлеге урынлаштырылған. Бында конференциялар һәм саралар үткәреү графигы менән танышырға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алырға була. Теләүселәр шәфҡәтлелек эшмәкәрлегендә ҡатнашып, ҡарауһыҙ ҡалған балалар һәм етемдәр өсөн программаларҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәтә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть