Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика элеваторҙары яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләнә

Сәйәсәт

Башҡортостан элеваторҙары һәм ашлыҡ келәттәре яңы иген уңышын ҡабул итеүгә әҙерләнә. Бөгөн, 12 июлдә, Ғафури  районында 2011 йылғы уңышҡа әҙерләнеү буйынса республика кәңәшмәһе үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев, ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продукттары комбинаттарының һәм элеваторҙарҙың етәкселәре, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының һәм был тармаҡҡа ҡағылышы булған башҡа ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ.  

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Аҡкүл элеваторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә республиканың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продукттары комбинаттарының һәм элеваторҙарҙың матди-техник базаһын яңы ашлыҡты ҡабул итеүгә һәм 2011 йылғы иген уңышын эшкәртеүгә әҙерләүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть