Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Талҡаҫ күле янында балалар этномәҙәни лагеры эшләй

Йәмғиәт

8-21 августа Баймаҡ районының Талҡаҫ күле ярындағы «Орленок» лагеры биләмәһендә  балалар этномәҙәни лингвистик лагеры үтәсәк. Ойоштороусылары — «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Баймаҡ районы хакимиәте ҡарамағындағы йәштәр бүлеге.

Лагерҙа Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 50 бала ял итәсәк. Улар башҡорт телен өйрәнәсәк һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышасаҡ. Программала Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә, Темәс ауылындағы музейға һәм Зәки Вәлиди исеме менән бәйле тарихи урындарға барыу ҡаралған.

— Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар һаны әҙ түгел, — тип әйтә «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин. – Шуның өсөн балалар күрше төбәктәрҙән 14 көн эсендә башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, теле һәм көн-күреше менән танышырға килә.

Уның әйтеүенсә, лагерҙа барлыҡ саралар тик башҡорт телендә үтәсәк. Башҡа телдәрҙә аралашыу кәметеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть