5 декабрь, Дүшәмбе

12 июль 2011 йыл, 12:33

Туймазылар бесән әҙерләү буйынса планды үтәне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Туймазы районы эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа 6 мең тонна бесән запасы әҙерләне, был планға ҡарата 102%. Республикала бесән буйынса планын үтәгән беренсе район был.

Башҡортостан райондарының күбеһендә үткән ҡойма ямғырҙар мал аҙығы әҙерләү темптарында ла сағылды. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ял көнөндә 46 мең гектар майҙанда мал аҙығы культуралары сабылған, был пландың дүрт процентын тәшкил итә. Шәмбе һәм йәкшәмбелә 39 мең тонна бесән (6%) һәм 108 мең тонна сенаж (5%) әҙерләнгән.

Башҡортостан буйынса йәмғеһе 386 мең гектар майҙанда үләндәр сабылған, был планға ҡарата 35 процент, 239 мең тонна бесән (33%) һәм 905 мең тонна сенаж (41%) тупланған. Республика буйынса уртаса алғанда шартлы мал башына 7,3 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.