8 декабрь, Кесе йома

12 июль 2011 йыл, 11:04

Рөстәм Хәмитов «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша

автор: Сергей Захаров

— Илдә тағы бер фажиғә, тағы кешеләр һәләк булды. Хәҙер Татарстанда. Волгала. Һәләк булғандарҙың туғандарының, туғандаш республикалағы дуҫтарыбыҙҙың, коллегаларыбыҙҙың ҡайғыһын уртаҡлашам… Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген ҡарауы ҡыйын, сөнки был исемлектә балалар күп. Һәм улар иҫән дә түгелдер инде, моғайын… , — тип яҙҙы үҙенең блогында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1955 йылда Чехословакияла эшләнгән ике палубалы «Болғар» теплоходы йәкшәмбе көндө йәшенле ямғыр ваҡытында ярҙан 3 километр алыҫлыҡта Волгала батты. Судно Болғар ҡалаһынан Ҡазанға юлланған була. Бортындағы 200-ҙән ашыу кешенең 79-ы ғына ҡотҡарыла.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә районында 58 кешенең, шул иҫәптән 39 ҡатын-ҡыҙҙың, биш баланың һәм 14 ир-егеттең мәйете һыуҙан сығарылған. Таныу өсөн килтерелгән 55 мәйеттән 34 кешенең шәхесе асыҡланған.  

— Ғәйепһеҙ һәләк булған кешеләр тураһында һөйләүе һәм яҙыуы ифрат ауыр. Ләкин яҙырға кәрәк, сөнки илке-һалҡылыҡ дауам итә. Ҡомһоҙлоҡҡа, нисек булһа ла табыш алырға тырышыуға ҡабатланған илке-һалҡылыҡ ҡурҡыныс һөҙөмтәләр бирә: кешеләр ғүмерен алып китә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Рөстәм Хәмитов.

«Бөгөн аварияларҙың сәбәбе бик йыш туҙған машиналар һәм транспорт сараларын файҙаланыуға, персоналдың әҙерлекһеҙ булыуына, нисек булһа ла табыш алыуға ынтылыуға, иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиәләрен дә һанға һуҡмауға, кешеләргә ҡарата рәхимһеҙлек һәм ҡаты күңеллелеккә ҡайтып ҡала», тигән фекерҙә Башҡортостан Президенты.  

темалар: бр президенты