9 декабрь, Йома

12 июль 2011 йыл, 11:39

Башҡортостанда Чечен Республикаһының Мәҙәниәт көндәре үтте

автор: Людмила Терновая

Чечен мәҙәниәте көндәре «Урал» художестволы галереяһында үткән ял көндәрендә ойошторолдо. Сараның ойоштороусыһы — республикала 17 йыл эшләп килгән «Барт» («Татыулыҡ») чечен милли-мәҙәни үҙәге. Башҡортостанда йәшәүсе әрмән, әзербайжан, дағстан диаспоралары вәкилдәре һәм башлыҡтары Мәҙәниәт көндәре ҡунаҡтары булды.

Өфөлә ошо ваҡытта Чечен Республикаһының Мәҙәниәт көндәрен үткәреү йолаға әүерелде, тип һөйләне үҙәк рәйесе Лом-Али Исраилов. Галереяла Чечен Республикаһының тарихы, милли кейемдәре күрһәтелгән стендтар урынлаштырылды. Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Алан Исаевтың «Тыуған яғым» фотокүргәҙмәһе презентацияланды. 2007-2010 йылдарҙа Чечен Республикаһында төшөрөлгән күп һанлы фотоһүрәттәр араһынан Өфө экспозицияһы өсөн автор йөҙҙән ашыу эшен һайлаған. Бында Кавказдың үҙенсәлекле тәбиғәте төшөрөлгән фотоһүрәттәр, яҡташтар портреты, көн-күреш сюжеттары, Чечен Республикаһындағы бөгөнгө тормоштоң ҡыҙыҡлы мәлдәре урын алған.

— Урал яҙының биҙәктәре һуңыраҡ сағылыш табасаҡ, ләкин Башҡортостан буйлап буласаҡ сәфәремә мин әле үк кинәнәм. Эштәремде Чечен Республикаһында күрһәтер өсөн үҙенсәлекле фотосессия эшләргә хыялланам. Ә был фотокүргәҙмәне «Барт» йәмғиәтенә бүләк итәм. Ул беҙҙең халыҡтар араһындағы мөнәсәбәткә ыңғай күренештәр өҫтәр, тип ышанам, — тип һөйләне Исаев.

Сарала шулай уҡ яҙыусы Марат Муллаҡаевтың «Нәнәй» китабы презентацияланды. Был повесҡа баш һүҙҙе «Барт» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Ломх-Али Исраилов яҙған.

Бөгөн Башҡортостанда 40 милли-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Билдәләп үтәйек, «Барт» мәғрифәтселек йәһәтенән иң әүҙемдәрҙән һанала. Республикала яҡынса 1200 чечен йәшәй.