5 декабрь, Дүшәмбе

12 июль 2011 йыл, 9:35

Дәүләкән районында ял итеүселәр йәшендән ҡасып һәләк булған

автор: Ольга Муртазина

Балаларын йәшендән һаҡлайым тип, кешеләр үҙ машинаһында һәләк була. Йәкшәмбелә бер төркөм кешеләр балалары менән Дим йылғаһы буйында ял итәләр. Көн боҙола башлағас, ололар дауыл үткәнен машиналарҙа көтөп торорға була. Көслө ел сығып, ағастарҙың береһе «УАЗ-Патриот» машинаһына ауа. Машина эсендә ултырған кешеләр ҡыҫылып ҡала. Ике ҡатын шунда уҡ һәләк була, биш йәшлек малай дауаханала үлә. Ир кеше, һигеҙ һәм ун йәшлек ике малай йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: хәл-ваҡиғалар