Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 12 көн инде урман янғындары юҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда 12 көн инде урман янғындары юҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Һуңғы осраҡ 1 июлдә Инйәр урман хужалығында теркәлгән. Янғын шунда уҡ һүндерелгән.

28 июндә Башҡортостанда махсус янғынға ҡаршы режим бөтөрөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, министрлыҡ һәм урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре республика урмандары торошон даими контролдә тота.

— 800 самаһы кеше үҙҙәренең маршруттарында патрулгә сыға, һауанан контроль көн аша башҡарыла, — тине БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Йыл башынан алып Башҡортостандың урман хужалығы биләмәһендә йәмғеһе 59 янғын булған, 384 гектарҙа урман янған. Кеше факторы арҡаһында 28 янғын сыҡҡан, дүртеһе – йәшен разряды арҡаһында, тағы ла шул самаһы – ауыл хужалығы ерҙәренә үрт һалыу һөҙөмтәһендә.

— Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда быйыл урман янғындары республикала — биш тапҡырға, зыян күргән майҙандар 12 тапҡырға кәмерәк, — тип билдәләне Айбулат Ғәйнуллин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть