10 декабрь, Шәмбе

12 июль 2011 йыл, 10:17

Башҡортостан һалымсылары автобустарҙа ликбез үткәрә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы һалымсылары бюджетты тулыландырыу өсөн үҙенсәлекле алымдар ҡуллана. Был осраҡта уларҙың аудиторияһы – йәмәғәт транспорты пассажирҙары. Теге йәки был һалымды ҡайҙа һәм ҡасан түләргә, инспекцияға ниндәй иҫәп-хисап бирергә кәрәклеген пассажирҙар автобуста белә ала. Был хаҡта уларға салонда ҡуйылған мониторҙан трансляцияланыусы тейешле видеороликтар мәғлүмәт бирә.  

РФ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн бындай роликтар 10 ҡала автобусында 15 минут һайын күрһәтелә.  

темалар: һалым