8 декабрь, Кесе йома

12 июль 2011 йыл, 9:32

Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдарын яңы күпер тоташтырҙы

автор: Марина Шумилова

Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары халҡы тормошонда күп йылдар көткән ваҡиға булды — ике ауыл араһындағы Әй йылғаһы аша металл конструкцияларҙан яңы күпер һалынды (оҙонлоғо 105 метр). Күперҙе асыу тантанаһына ауылдар халҡы, күперҙе төҙөүселәр – «Ҡыҙылбай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре, район етәкселәре йыйылды.

Күперҙе асып, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников 1-се Сорғот төҙөлөш-монтажлау тресы идарасыһы, ошо күпер төҙөлөшөнә 17 миллион һум аҡсаһын индергән Оло Ҡыҙылбай ауылы кешеһе Рәзиф Миңлеәхмәтовҡа ихлас күңелдән рәхмәт әйтте һәм яҡташына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Рәзиф Миңлеәхмәтовҡа шулай уҡ Әләгәҙ ауыл советы башлығы Тәлғәт Вәлитов һәм ветерандар Ләбиб Зарипов менән Клара Хөснуллина ла рәхмәтен еткерҙе.

Күперҙе файҙаланыуға тапшырыу алдынан Оло Ҡыҙылбай ауылының имам-хатибы Рәвиз Сөнәғәтуллин аят уҡыны.

темалар: күпер