8 декабрь, Кесе йома

11 июль 2011 йыл, 18:03

Башҡортостанда пландан тыш йылға судноларын тикшереү үтәсәк

автор: Ольга Муртазина

Республикала ашығыс рәүештә йылға судноларының техник торошон тикшерәсәктәр. Бындай бойороҡто бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов бирҙе. Бындай ҡарар Татарстанда Волга йылғаһында «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы сәбәпле ҡабул ителде. Ғәҙәттән тыш хәл 10 июлдә, Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт икелә, ярҙан өс километр алыҫлыҡта, йәшенле ямғыр һәм көслө ел ваҡытында булған. Судно маневр яһағанда уң яҡҡа ҡырынайған һәм һыу төбөнә киткән. Рәсми мәғлүмәт буйынса, уның бортында 142 пассажир һәм 33 экипаж ағзаһы булған. Икенсе мәғлүмәт буйынса, теплоходта кешеләр һаны теркәлмәгән пассажирҙар менән бергә ике йөҙгә барып баҫыуы мөмкин. 80 кеше ҡотҡарылған, ҡалғандары хәбәрһеҙ юғалған тип һанала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәте буйынса, катастрофа урынында хәҙер 300-ҙән ашыу белгес эшләй, эҙләнеү эштәре фронты 20 километрға һуҙылған. Һәләкәткә осраған «Болғар» 1955 йылда Чехословакияла төҙөлгән.