6 декабрь, Шишәмбе

11 июль 2011 йыл, 17:26

Башҡортостан йөҙөүсе-паралимпиясылары Берлиндан туғыҙ миҙал менән ҡайтты

автор: Дмитрий Слезин

Берлинда паралимпиясылар араһында йөҙөү буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Башҡортостандан өс вәкил – паралимпия чемпионы Оксана Савченко, Михаил Зимин һәм Александр Неволин-Светов ҡатнашты.

Республика спортсылары төрлө дәрәжәләге туғыҙ миҙал яуланы (биш алтын, өс көмөш һәм бер бронза).

Оксана Савченко (S 12) төрлө дистанцияларҙа уңышлы сығыш яһап, дүрт тапҡыр Европа чемпионы-2011 булды: 200 метр (комплекслы йөҙөү), 100 метр (арҡала йөҙөү), 50 һәм 100 метр (ирекле стиль).

Александр Неволин-Светов (S 12) 100 метр дистанцияла (арҡала йөҙөү) алтын һәм 200 метр (комплекслы йөҙөү), 50 һәм 100 метр (ирекле стиль) дистанцияларҙа өс көмөш миҙал яуланы.

Мизаил Зиминға (SB 13) «бронза» эләкте.

Яуланған миҙалдар һаны буйынса Украинаның(I), Бөйөк Британияның(II) һәм Испанияның(III) йыйылма командаларына урын биреп, Рәсәй дүртенсе урын яуланы – 64 миҙал (22-21-21).