10 декабрь, Шәмбе

11 июль 2011 йыл, 17:16

13 июлдә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

13 июлдә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.  

Ҡабул итеүҙе Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ригина Фәхретдинова үткәрә.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс