7 декабрь, Шаршамбы

11 июль 2011 йыл, 16:37

12 июль Рәсәйҙә - Матәм көнө

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 12 июлде «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булғандар буйынса милли матәм көнө тип иғлан итте.

— Мин иртәгәһе көндө Милли матәм көнө тип иғлан итергә ҡарар иттем, — тип хәбәр итте дәүләт башлығы дүшәмбе көндө «Болғар» теплоходы фажиғәһенә арналған кәңәшмәлә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уның бортында 208 кеше булған. Әле 13 кеше һәләк булған тип иҫәпләнә, 80-гә яҡын кеше ҡотҡарылған, башҡаларҙың яҙмышы билдәһеҙ.

Әлеге ваҡытта фажиғә урынында йөҙҙән ашыу водолаз эшләй. Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Волга буйы төбәк ҡотҡарыусылар отряды төркөмө лә — улар иҫәбендә.