10 декабрь, Шәмбе

11 июль 2011 йыл, 14:04

Башҡортостандың арыш оно Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә ебәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Дәүләкәндә етештерелгән арыш онон Якутияла, Бурятияла, Мәскәү, Силәбе, Свердловск өләләрендә юғары баһалайҙар. Был хаҡта Башҡортостан

Президенты Рөстәм Хәмитовҡа 9 июлдә Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты етәкселеге хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республика башлығы был көндө республиканың көнбайыш райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөнө.

Комбинатта көн һайын 120 тонна иген эшкәртелә. Етештерелгән ондоң яртыһы республикала һатыла, ҡалғаны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә оҙатыла.  

Рөстәм Хәмитов предприятиеның етештереү циклы менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Комбинатта ҡорамалдарҙы яңыртыу мәсьәләһе хәл ителә. Бындағы тирмән 1950-1960-сы йылдарҙа уҡ ҡуйылған булған һәм яҡын арала алмаштырыласаҡ.