Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Дәүләкән халҡы медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға мохтаж

Йәмғиәт

Үҙәк район дауаханаһы корпусының төҙөлөп бөтмәүе арҡаһында Дәүләкән ҡалаһы һәм районында халыҡты медицина яғынан хеҙмәтләндереүҙә ҡатмарлы хәлдәр күҙәтелә. Эштәр торошо менән урында 9 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.  

Корпус 2006 йылда төҙөлә башлаған. Объект сираттағы һаулыҡ һаҡлау буйынса республика советы алдынан тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк, тип планлаштырыла. Әммә 2009 йылда финанслауҙың етешмәүе арҡаһында эштәр туҡталып ҡала. Уның осона сығыу өсөн 70 млн һум самаһы аҡса кәрәк.  Медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн тағы 80 млн һум талап ителә. Дауахананың баш табибы Лилиә Исламова әйтеүенсә, беренсе ҡатта эштәрҙең күп өлөшө тамамланған. Бинаға тулыһынса коммуникациялар үткәрелгән. Әммә һауа алмаштырыу системаһы юҡ һәм биҙәкләү эштәре башҡарылмаған.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика райондары буйлап сәфәргә сыҡҡанда уға бик йыш төҙөлөп бөтмәгән социаль объекттарҙы күрергә тура килә. Табиптар республика башлығына ике йыл элек әүәлге Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеүҙәре, ләкин кәрәкле 50 млн урынына был сумманың яртыһы ғына бүленеүе хаҡында әйтте.

Корпус төҙөлөп бөтһә, халыҡты медицина яғынан хеҙмәтләндереү мәсьәләһе башҡаса ҡуҙғатылмаясаҡ, тип ышандырҙылар Президентты табиптар. Эштәрҙе тамамлауға ҙур сумма талап ителә, ләкин республика етәкселеге был ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Медиктар менән осрашыуҙа поликлинала биналар етмәү проблемаһы ла билдәләнде. Бер кабинетта алмашлап өс белгес ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта яҡында ғына үҙгәртеү ҡороу һөҙөмтәһендә бушаған Роспотребнадзор бинаһы тора. Башҡортостан етәкселеге ҡатнашлығында уның урындағы поликиклиникаға бирелеүе лә ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть