Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда юғары белемле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренең тәүге сығарылышы булды

Иҡтисад

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың 15 етәксеһе һәм белгесе «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» специальносы, «Ҡала төҙөлөшө һәм хужалыҡ» специальносы буйынса Һамар архитектура-төҙөлөш университетының Бәләбәйҙәге филиалында юғары белемгә эйә булды.

28 ғинуарҙа «Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь комплексының үҫеш стратегияһы» кәңәшмәһендә тармаҡ өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушты.

Тулы булмаған ярты йыл үтеүгә белгестәрҙең тәүге сығарылышы булды. Көҙ көнө яңы студенттарҙы йыйып алыу башланасаҡ – торлаҡ-коммуналь комплексының заманса, һөнәри белемле 25 буласаҡ белгесе уҡый башлаясаҡ.

Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты менән хеҙмәттәшлек итеү – тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса Президент бойороғон тормошҡа ашырыуҙың берҙән-бер миҫалы түгел. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында ғына БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан бер-нисә уҡытыу программаһы ойошторолдо. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, улар иҫәбендә «Күп фатирлы йорттар менән идара итеү» тематикаһы буйынса республика идара итеүсе компаниялары етәкселәре өсөн квалификация күтәреү курстары. Илдең торлаҡ-коммуналь хужалығы алдынғы белгестәре ҡатнашлығындағы Башҡортостан социаль технологиялар институты тәҡдим иткән интерактив уҡытыу схемаһы ла үҙләштерелә.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән дә әүҙем эш алып барыла. Республика торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларының һәм ойошмаларының баш бухгалтерҙары һәм экономистары, кадрҙар хеҙмәте эшселәре өсөн семинарҙар үткәрелгән.

Унан тыш, квалификациялы кадрҙар өлкәһендә бер туҡтауһыҙ күҙәтеү алып барыла.

Министрлыҡ тарафынан «Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының идара итеү системаһында кадрҙар менеджменты» программа бүлеге әҙерләнгән, унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә кадрҙар әҙерләү һәм уларҙы ҡайтанан әҙерләү буйынса консорциум схемаһы билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть