Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләкән районы аграрийҙарын льготалы яғыулыҡ ҡотҡара

Иҡтисад

Яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға бирелгән субсидиялар арҡаһында Дәүләкән районы аграрийҙары уңышлы ҡыш сыҡҡан һәм бөгөн тейешле күләмдә мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Был хаҡта 9 июлдә эш сәфәре менән Дәүләкән районына килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа «Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалығы вәкилдәре һөйләне. Ауыл хужалығы предприятиеһына ташламалы хаҡтар менән йәмғеһе 187 тонна яғыулыҡ бүленгән булған.

Рөстәм Хәмитов аграрийҙар өсөн льготалы яғыулыҡ бүлеү тураһындағы ҡарарҙы икеләнмәйенсә ҡабул итеүҙәрен билдәләне.

Республика башлығы райондағы баҫыу эштәре барышы менән ҡыҙыҡһынды. Гектарынан бында 30-ышар центнер ҡоро мал аҙығы йыялар. Улар яҡын-тирәләге һөт-тауар фермаларын тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән. Бында 930 баш эре мал, шул иҫәптән 400 һауын һыйыры аҫрала.

Көн һайын «Рихтер» Дәүләкән һөт комбинатына литрын 10 һумдан 5,3 тонна һөт тапшыра. Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, был ярайһы ҡулай хаҡ. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн ул Кушнаренко районында аграрийҙар менән аралашҡан, унда һөттөң литрын уртаса 8,5-9 һумдан һатып алалар. Бүздәк районында ауыл халҡы 9,5-шәр һум ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть