Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Асылыкүлдә мәҙәни ял ойошторорға тырышалар

Йәмғиәт

Дәүләкән районындағы Асылыкүл буйында мәҙәни ял ойоштороу буйынса эштәр алып барыла. Республика халҡының яратҡан күлен вертолеттан ҡарап, Башҡортостан Президенты бындағы хәлдәр торошон баһаланы. Рөстәм Хәмитов һыуҙың башлыса һары төҫтә булыуын билдәләне. Таҙа участкалар аҙ. Әммә кешеләр бында барыбер һыу инә.

Яр буйында ҙур булмаған туҡталҡа – кемпингтың бер варианты эшләнгән. Ләкин ял итеүселәрҙең күбеһе, палаткалар ҡороп, унан ситтә урынлашҡан. Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашты. Саф һауала ял итеү өсөн республикала башҡа матур урындарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, күптәрҙең бында Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Ишембайҙан һәм башҡа тораҡ пункттарҙан килеүе билдәле булды.

Рөстәм Хәмитов, ял Башҡортостанда яҡшыраҡ ойошторолорға тейеш, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть