Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Кушнаренкола 100 йыл элек төҙөлгән поликлиника реконструкциялана

Йәмғиәт

Кушнаренкола 1910 йылда төҙөлгән балалар поликлиникаһының бинаһы реконструкциялана. Объекттың техник торошо менән 9 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

1000 квадрат метр майҙанлы бинала капиталь ремонт уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ башланған. Әммә средстволар етешмәүе арҡаһында ул туҡталып ҡалған. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен тамамлау һәм кәрәкле медицина ҡорамалдарын һатып алыу өсөн 10 млн һум талап ителә. Рөстәм Хәмитов, был сумма бүленәсәк, тип билдәләне.

— Тейешле күрһәтмәләр бирәсәкмен, — тине Башҡортостан Президенты. – Төҙөлөштө тамамлауға аҡса табырға кәрәк.

Реконструкция мәсьәләһе хәл ителгәнгә ҡәҙәр, поликлиника ваҡытлыса дауаханаға яраҡлаштырылған бинала урынлашҡан.

Үҙәк район дауаханаһының төп корпусына ла капиталь ремонт талап ителә. Был сағыштырмаса яңы бина, ул 2000 йылда ғына төҙөлгән. Корпус төҙөлөшө ун йыл дауамында алып барылған. Әммә сафҡа индерелгәндән һуң ҙур етешһеҙлектәр асыҡланған, һәм хәҙер уларҙы бөтөрергә кәрәк. Тәү сиратта һауа алмаштырыу системаһына бәйле мәсьәләне хәл итеү талап ителә.

Рөстәм Хәмитов реанимация блогын, хирургия бүлексәһе палаталарын, операция бүлмәһен ҡараны, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Белгестәр бында йылына 7 меңгә яҡын операция эшләй. Табиптар әйтеүенсә, эшләү шарттары һәм эш хаҡы һәйбәт, әммә йәш табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Әгәр ошо мәсьәлә хәл ителһә, бында эшләргә теләүсе белгестәр күберәк булыр ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть