8 декабрь, Кесе йома

11 июль 2011 йыл, 9:50

Республика башлығы Башҡортостан продукцияһын әүҙем рекламаларға тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов маҡсатлы рәүештә үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продуцияны рекламаларға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, магазиндарҙа «Башҡортостанда етештерелгәнде һатып ал!», «Үҙебеҙҙекен һатып ал!» тигән плакаттар булырға тейеш. Был хаҡта республика башлығы популяр «Байрам» сауҙа селтәренең Кушнаренко ауылындағы магазинына ингәндә белдерҙе.

Магазин кәштәләренә ҡуйылған аҙыҡ-түлек продукттарының күбеһе икенсе төбәктәрҙән ҡайтарылған булып сыҡты. Тауыҡ боттары, мәҫәлән, Белгород өлкәһенән, һөт Мәскәүҙән, он Курск һәм Силәбе өлкәләренән килтерелгән. Магазинда Башҡортостанда етештерелгән продукция ла бар, әлбиттә. Былар Бөрө билмәндәре, Шишмәнең көнбағыш майы, Өфө икмәге һәм колбасаһы. Әммә урында, Кушнаренкола етештерелгән тауарҙар күрһәтелмәгән. Рөстәм Хәмитов магазинда яңы тотолған балыҡты ла тапманы.

Башҡортостан Президенты, республика райондарының магазиндарында урындағы продукцияны һатыу өсөн көрәшергә кәрәк, тип билдәләне.