7 декабрь, Шаршамбы

11 июль 2011 йыл, 9:06

Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районында мал аҙығы әҙерләү барышын баһаланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре дауамында «Добрый хлеб» муниципаль унитар предприятиеһы баҫыуында булды һәм унда иген ҡатышмаһын сенажға урыу барышын ҡараны. Быйыл район аграрийҙары шартлы мал башына 30-ышар центнер мал аҙығы әҙерләргә ниәтләй. Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү күпкә түбән булған. Бер һыйырға бында ни бары 17 центнер тура килгән. Быйылғы уңыш ауыл эшсәндәренә йыл ярымлыҡ запас әҙерләргә мөмкинлек бирә. Әле йәшел массаның уңдырышлылығы 120-140 центнер тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов механизаторҙар эше менән танышты, предприятиеның яңы техника һатып алыуға бәйле пландары һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

Райондың ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Әнүәр Лотфуллин республика Президентына Кушнаренко районында 46 мең гектар ер эшкәртелеүе хаҡында һөйләне. Шуларҙың 16 меңе мал аҙығы культураларына бирелгән.

Баҫыуҙан киткәндә, Рөстәм Хәмитов иҫтәлеккә арыш башағын алды.