4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июль 2011 йыл, 18:38

Бөрйән районындағы экологик лагерға Төмәндән дә киләләр

автор: Любовь Колоколова

Башҡорт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында ойошторолған экологик палатка лагерында беренсе смена тамамланған. Егерменән ашыу бала һәм үҫмер ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең эш көнөнә оҡшаш булған шарттарҙа һигеҙ көн йәшәгән.

Башҡортостанда бындай тематик заезд өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быға тиклем экологик лагерь «Башкирия» Милли тәбиғәт паркында, Нөгөш ауылында урынлашҡан. Экологик уйындар, викториналар, ауыл биләмәһен таҙартыу буйынса субботниктар, Шүлгән-Таш мәмерйәһенә экскурсиялар, төрлө мастер-кластар – ҡурсаулыҡта булыу программаһы сараларға бай булған.

Эксклюзив лагерь тураһында хәбәр бөтә ергә таралған – Һәргәйгә Төмәндән дә балалар килгән. Ләкин кеселәр төркөмөнөң төп өлөшөн Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан «Башарт» экологик клуб тәрбиәләнеүселәре тәшкил иткән. Ете иң йәш ҡатнашыусы бик татыу булған.

Башҡорт ҡурсаулығында хәбәр итеүҙәренсә, бында киләһе заезға заявкаларҙы ҡабул итә башлағандар – ял итергә теләүселәр һаны бик күп. Балаларының кеше аяғы баҫмаған тәбиғәт ҡосағында ялы өсөн ҡиммәт булмаған хаҡ ата-әсәләр өсөн бик ҡулай.

Башҡорт ҡурсаулығы өсөн дә балалар менән бындай аралашыу тәжрибәһе бик файҙалы.