6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2011 йыл, 16:42

Константин Канунников: «Беҙ Рәсәйҙең киләсәгенә битараф түгел»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһенә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына инеүгә этәргес булды.

— Был хәрәкәт Рәсәй киләсәгенә битараф булмаған йәмәғәт ойошмаларын берләштерҙе, — тигән аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына төбәктәге йәш гвардиясылар штабы етәксеһе Константин Канунников. – Беҙҙе «Халыҡ бюджеты» һәм «Халыҡ программаһы» идеяһы йәлеп итте. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр  муниципаль, төбәк, федераль бюджеттарҙы кабинеттарҙағы сикләнгән даирәләр менән түгел, ә халыҡ алдында тикшереү ярҙамында формалаштырырға ҡарар ителгән.  Дәүләтебеҙҙең алдағы биш йылда нисек үҫешәсәген билдәләүсе «Халыҡ программаһы» менән дә шул уҡ хәл, ул ышаныслы кешеләр аша халыҡ фекерен иҫәпкә алып, анкета ярҙамында формалаша.  «Йәш Гвардия» активистары менән республика райондары һәм ҡалаларында 16 мең кешенән анкетаға яуаптар алынған. Уларҙың үҙҙәре йәшәгән тораҡ пункттарҙағы, дөйөм алғанда бар илдәге проблемаларға ҡарата фекере, шулай уҡ был мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәре Мәскәүгә ебәреләсәк һәм  «Халыҡ программаһы»н төҙөгәндә иҫәпкә алынасаҡ.